ВОРОШИЛОВА Наталия Николаевна (4.8.1946, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (2000). СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985), БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (Өфө) эшләй: 1978 й. алып лаб. мөдире, 2002 й. — цех начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәле дарыуҙар алыу өсөн Shigella, Salmonella, Klebsiella һ.б. затҡа ҡараған бактерия фагаларының биол. үҙенсәлектәрен, репродукцияһын һәм бүленеү процестары законлылыҡтарын өйрәнеүгә арналған. В. етәкс. эренле-септик һәм энтераль ауырыуҙарҙы дауалау өсөн пневмония клебсиеллаһы, поливалентлы клебсиеллёз бактериофагтары, поливалентлы пиобактериофаг һ.б. эшләнә һәм ҡулланыуға индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика