ВЛАСОВА Наталья Александровна (10.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БР- ҙың атҡ. һаулыҡһаҡлау хеҙм-ре (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1983 й. тиклем Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология, липидология, органотерапия мәсьәләләренәһ.б. арналған. В. ҡатнашлығында гиперхолестеринемия хәлен дауалау ысулы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Железодефицитная анемия. Уфа, 1993 (авторҙ.); Билиарный сладж и беременность: диагностика, профилактика и лечение. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика