ВЕРЗАКОВА Ирина Викторовна (4.1. 1959, Будапешт), рентгенолог. Мед. ф. д‑ры (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1984 й. алып — Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1991 й. башлап ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (1994 й. — бүлек мөдире) эшләй, 2001 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑ты курсы м‑н нурланыш диагностикаһы һәм нурланыш терапияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре үт ташы ауырыуын, эсәктәрҙең киҫкен үткәрмәүсәнлеген, холециститты һ.б. хирургик юл м‑н дауалағанда ультратауыш диагностикаһы ысулдарын ҡулланыуға арналған. В. ҡатнашлығында ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының травмаһы һәм хирургия ауырыуҙары булғанда өҙлөгөүҙәрҙе диагностикалауҙың ультрасонографик ысулдары камиллаштырылған, улар респ. дауалау- иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Диагностика и малоинвазивные хирургические вмешательства при желчнокаменной болезни. Уфа, 2006 (авторҙ.); Комплексная диагностика заболеваний орбиты. Уфа, 2008 (авторҙ.); Рентгенодиагностика в терапевтической стоматологии. Уфа, 2009 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика