ВАСИЛЬЕВ Леонид Леонидович (7.8. 1891, Псков ҡ. — 8.2.1966, Ленинград), психофизиолог. СССР Мед. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Биол. ф. д‑ры (1936), проф. (1940). 1917— 21 йй. Өфөлә эшләй: беренсе совет мәктәбе (ҡара: Гимназия №3) уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1919 й. алып дир., Халыҡ мәғарифы ин‑ты, ҡатын- ҡыҙҙар фельдшер-акушерлыҡ мәктәбе (ҡара: Медицина колледжы) уҡытыусыһы, Физика институты эргәһендәге Тәж. фәндәре ин‑тының беренсе тикшеренеү лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге нервы системаһында физиол. һәм биофизик процестарҙы, гипноз һәм магнит ҡырының кешенең баш мейеһенә һәм психикаһына йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. В. биосистемаларҙың экстремаль йоғонтоға өс фазалы тулҡын реакцияһы т‑да тәғлимәт төҙөй, нервы ауырыуҙарын аэроиондар м‑н дауалау ысулын эшләй һәм ғәмәлгә индерә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1951).

Х е ҙ м.: Теория и практика лечения ионизированным воздухом. Л., 1953; Экспериментальное исследование мысленного внедрения. Л., 1962; Таинственные явления человеческой психики. 2-е изд., испр. и доп. М., 1963.

Әҙәб.: Мариинка. Уфимской гимназии №3 140 лет. Уфа, 2000; Е р г и н Ю.В. Уфимский физический институт (1919—1937). 2-е изд., доп. Уфа, 2006. 

 

Г.А.Әминев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика