ВАНЕСЯН Ашот Саркисович (30.6. 1946, Өфө), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1990). Т.И.Степанованың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1969), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй, 1996 й. — Респ. онкология диспансерында, 1999 й. — БДУ‑ла (2005 й. башлап клиник психология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре стресҡа сыҙамлылыҡ булдырыуға, сәнәғәттә, медицинала, спортта, авто-, авиа- һәм т. юл транспортында һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар эшләүгә һәм индереүгә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика