“ВАЛЕРО”, мед. үҙәге, ЯАЙ. Дарыуҙар, мед. техникаһы, гигиена әйберҙәре, протез-ортопедия әйберҙәре, биол. актив өҫтәмәләр, фитопрепараттар, косметика саралары һ.б. мед. тауарҙары етештерә һәм һата. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторолған. “В.” составында “ИнтерВал” ЯАЙ (1997 й. ойошторолған), Өфө фармацевтика фабрикаһы, “Һеҙҙең сәләмәтлек” дарыуханалар селтәре (2010 й.; 40 дарыухана), “Валеро-Оптик” оптика салондары, “Продвижение” ортопедия салондары, “Валстрой” ЯАЙ һәм “Инновацпроект” проектлау‑инжиниринг компанияһы. 2010 й. 250-гә яҡын кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла.

 Л.Ә.Әҙһәмов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика