ВӘЛИЕВА Зөмәрәт Таһир ҡыҙы [15.3. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 29.1.1998, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БДМИ‑ны тамамлаған (1944), 1948 й. алып — шунда уҡ (1973—81 йй. нормаль физиол. каф. мөдире), 1987 й. башлап Башҡ‑н мед. профилактикаһы үҙәгендә (Өфө) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре организмдың лимфа һәм ҡан тамырҙары иннервацияһын тикшереүгә арналған. В. йөрәк гликозидтарының α‑ һәм β‑адренорецепторҙары аша лимфа тамырҙарына тәьҫир итеүен өйрәнә, күкрәк лимфа көпшәһендә баро‑ һәм хеморецепторҙарҙың барлығын асыҡлай. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика