ИҠТИСАД ҺӘМ СЕРВИС УНИВЕРСИТЕТЫ, 1971 й. Мәскәү технология ин‑тының (1993 й. алып Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе акад.) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1994 й. башлап Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе академияһының (1999 й. алып Мәскәү сервис ун‑ты) Өфө сервис технология ин‑ты (филиалы), 2002 й. — Өфө дәүләт сервис ин‑ты, 2006 й. — ӨДИСА, 2012 й. — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис ун‑ты, 2016 й. — ӨДНТУ составында Иҡтисад һәм сервис ин‑ты. Китапханаһы, “Academia” сәнғәт галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алып барыла. Уҡытыусылар араһында 1 БР ФА мөхбир ағзаһы, 20 фән д‑ры һәм 86 фән канд. (2016). Университет хеҙм‑рҙәре тарафынан 10‑дан ашыу уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алынған. БР, РФ, АҠШ, Болгария, Германия, Әзербайжан һ.б. вуздары, ин‑ттары, ғилми учреждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Университетта йыл һайын 100‑ҙән ашыу дәреслек, уҡыу әсбабы, монография нәшер ителә. Дир.: Г.Ф.Рябуха (1971 й. алып), Л.Н.Фенин (1975 й. алып), Й.М.Бикбаев (1979 й. алып), Н.З.Солодилова (2016 й. алып); ректорҙары: А.Н.Дегтярёв (1990 й. алып), Солодилова (2011—16).

А.Н.Дегтярёв

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке