“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН ӨҪТӘМӘ ҮҘГӘРТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О дополнительном изменении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 17 авг. декреты. Документҡа ярашлы БАССР-ҙан Силәбе губернаһына, БАССР-ҙың Дыуан-Ҡошсо кантонына беркетелгән 12 улусынан (Дыуан, Ләүйылға, Михайловка, Мәсәғүт, Мәтәле, Нөгөш, Өлкөндө, Таҙтүбә, Ямаш, Яңы Мөслим, Яңыбай, Ярославка), Мейәс өйәҙенең 3 улусынан (Мейәс ҡ. м‑н бергә Мейәс, Түргеяҡ, Һарыстан), Кесе Ҡыҙыл й. буйындағы Магнит тауы һәм Таш Йырындар тирәһендәге терр‑яларҙан тыш, Златоуст өйәҙе күсә; Өфө өйәҙенең 9 улусы (Ерал, Илек, Ҡарауыл, Ҡытау-Ивановка, Ҡытаутамаҡ, Минйәр, Серпиевка, Эҫем, Әшә-Балашов) һәм Тамъян-Ҡатай кантонының 18 улусы (Ахун, Байһаҡал, Белорет, Вознесенка, Инйәр, Күбәләк-Тиләү, Ҡағы, Ҡатай, Ломовка, Мулдаҡай, Поляковка, Тирлән, Типтәр-Учалы, Туңғатар, Түңгәүер, Уҫманғәле, Үҙән, Әүжән-Петровка) Златоуст өйәҙенә тапшырыла. Бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү Эске эштәр ХК‑на һәм Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ға йөкмәтелә. Декрет БашҮБК‑ның ризаһыҙлығын тыуҙыра. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 9 нояб. ҡарары м‑н Тамъян-Ҡатай кантоны БАССР составында ҡалдырыла. Сиктәрҙе үҙгәртеү Көньяҡ Уралда Златоуст сәнәғәт округы ойоштороу ихтыяжы м‑н аңлатыла. Декрет ҡабул ителгәндән һуң металлургия һәм метиз заводтарының күпселеге БАССР‑ҙан алына, респ. иҡт. ҡеүәте кәмей. Шулай уҡ ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке