ЕНӘЙӘТ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ СУДЫ ПАЛАТАЛАРЫ, Рәсәйҙә урындағы суд апелляция органдары. “Бөтә Рәсәй империяһының губерналарына идара итеү өсөн учреждениелар” ға (1775) ярашлы, һәр губерна ҡалаһында булдырыла. Енәйәт суды палатаһы ҡарамағына түбәнге судтарҙың бәхәсле эштәре һәм айырыуса ҡурҡыныс енәйәттәр б‑са ҡарарҙар, Гражданлыҡ суды палатаһы ҡарамағына Юғары хөкөм, Ҡала магистраттары һәм ратушалары, Дворян опекаһы, түбәнге земство, етемдәр, өйәҙ судтары ҡарарҙарына апелляциялар инә. Палаталарҙың эшмәкәрлеге Сенат, Дәүләт Советы, Юстиция министрлығы указдары һәм гражданлыҡ ҡануниәте м‑н көйләнә. Суд реформаһын (1864) үткәргәндән һуң яйлап бөтөрөлә; бер нисә губерна йәки өлкәне үҙ эсенә алған һәр суд округында Суд палаталары ойошторола.

1781 й. алып Ырымбурҙа — Енәйәт суды палатаһы, Өфөлә Гражданлыҡ суды палатаһы эшләй. 1865 й. 17 майындағы указға ярашлы, Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүленгәс, палаталар енәйәт һәм гражданлыҡ бүлексәләре булған берҙәм Ырымбур суд палатаһына берләштерелә. 1866 й. ш. уҡ бүлексәләре булған Өфө суд палатаһы асыла (1867—78 йй. Өфө губ. гражданлыҡ эштәрен Ырымбур палатаһы ҡарай). Составында рәйес, рәйес иптәше, палата ағзалары һ.б. булған. Палаталарҙың суд ҡарарҙары ген.‑губернаторҙар, губерна идаралары, Сенат тарафынан раҫлана. “Өфө һәм Ырымбур губерналарында суд реформаһын тулы күләмдә индереү тураһында” указға ярашлы, палаталар бөтөрөлә һәм округ судтары индерелә.

А.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика