ИҪКЕ БАЛТАС УРТА МӘКТӘБЕ №1, Балтас районы. 1898 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. хәҙ. статусын ала, 2001 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2 компьютер класы, 2 линга- фон кабинеты, интернаты, ағас эше, слесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, тамаша, спорт һәм гимнастика залдары, китапхана, мед. кабинеты бар, мәктәп тарихы музейы эшләй. Урта мәктәпте 5,9 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.Г.Арыҫланов, Ф.Ғ.Бәкеров, М.М.Вәлиев, Л.С.Вәлинурова, Ф.Ғ.Ғәлимйәнов, В.М.Гәрәев, Р.Б.Измайлов, Л.М.Карамова, Ф.Ҡ.Ҡасимова, И.Р.Муллағәлиев, Т.Ш.Саяпов, Р.Ғ.Сибәғәтов, Ә.И.Харисов, В.Х.Хәмәев, Р.Ф.Хәсәнов, Й.Т.Шакиров. Мәктәп бинаһына Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы Д.Ғ.Әхмәтовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

И.Х.Хәйҙәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018