ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2009 й. Өфөлә БР ФА-ның Ижт. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (2004 й. нигеҙләнгән) базаһында РБФА‑ның И‑с.һ.х.т.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан Республикаһының соц.‑иҡт., дәүләт‑хоҡуҡи һәм ижт.-сәйәси үҫеше өлкәһендә тикшеренеүҙәр, ш. иҫ. демография һәм миграция процестарын, төбәктең соц. портретын, федерализм һәм респ. дәүләт телдәрен ҡулланыу проблемаларын, кеше һәм инновация потенциалының төбәк аспектын өйрәнеү һ.б. Институт составында 4 бүлек бар. 26 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА акад., 2 фән д‑ры һәм 9 фән канд. (2011). Институт ғалимдары БР‑ҙың 2008—10 йй. иҫәпләнгән Респ. маҡсатлы инновацион программаһы, 2005—08 йй. иҫәпләнгән иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы һәм бюджет өлкәһе ойошмалары хеҙм‑рҙәренең эш хаҡын, 2007—10 йй. иҫәпләнгән респ. халҡының йәшәү кимәлен күтәреү саралары программалары, 2006—10 йй. иҫәпләнгән респ. кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү концепцияһының проекттарын һ.б. әҙерләүҙә ҡатнаша. 10‑дан ашыу фәнни йыйынтыҡ һәм монография нәшер ителгән. РФ‑тың, БР‑ҙың ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — Р.М.Вәлиәхмәтов (2004 й. алып).

Р.М.Вәлиәхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018