ЗИННУРОВ Рафаил Нариман улы [26.7.1953, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). Журналистар союзы (1992), Яҙыусылар союзы (2004), Рәссамдар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында, 1991 й. алып БР ЮС‑ы Президиумы секретариатында, БР Президенты Хакимиәтендә эшләй; 1994 й. – БР Прокурорының айырым поручениелар б‑са ярҙамсыһы; 2002 й. БР Хөкүмәте аппаратында. 2008 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 2013 алып халыҡ‑ара эштәр б‑са Федерация советы ком‑ты ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген ойоштороуҙың концептуаль нигеҙҙәренә һәм фәнни‑практик проблемаларына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. З. этнографик һәм антропологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), 17—19 бб. индеецтар һуғышы юлбашсыларының скульптур портреттарын ижад итә. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1998—99, 2001—02, 2004). Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1993).

Хеҙм.: Башҡортостан юлы: эпик поэма. Өфө, 2007; Башкирские восстания и индейские войны — феномен в мировой истории. Уфа, 2001; Координационная деятельность российской прокуратуры: тенденции и закономерности. Уфа, 2002.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика