ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы манаралы, кирбес бағаналы сүкелгән рәшәткәле була. Дүртмөйөш рәүешендәге бина. Иконаларҙың күбеһе, алтын ялатылған иконостас һәм клирос артындағы киоттар — Ф.М.Троицкий, Сергий Радонежский төшөрөлгән 2 икона М.В.Нестеров тарафынан эшләнә. 1894 й. сауҙагәр Ф.Е.Чижов (ҡара: Чижовтар) аҡсаһына иконостас яһала. Соборҙа изге угодник мәйеттәре киҫәксәләре буялған иконалар, Моисей мәйетенең япмаһы (2002 й. алып) һаҡлана. Соборҙа изге Сергий Радонежский хөрмәтенә өҫтәл бар (1868 й. изгеләндерелгән). Собор эргәһендә кирбес часовня урынлашҡан. Соборға Преображение зыярат сиркәүе теркәлә. 1896 й. причт 2 рухани, дьякон һәм псаломсынан тора. 20 б. башында мәхәлләгә ҡалала һәм Золотуха биҫтәһендә йәшәүселәр (1692 кеше, ш. иҫ. 810 ир‑ат һәм 882 ҡатын‑ҡыҙ, уларҙың 22‑һе — расколсы) инә. 1937—42 йй. ғибәҙәт башҡарылмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында диндарҙар СССР Оборона фондына 200 мең һум аҡса йыйып тапшыра, яугирҙарға бүләккә 140 мең һум йыйыла (1946 сиркәү причты “1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы м‑н бүләкләнә). 2000 й. алып И.с.к.с. йыл һайын Троицанан (ҡара: Ун ике байрам) һуң Өфө тирәләй тәре йөрөштәре үткәрелә. Настоятелдәр: Троицкий (1868 й. алып), П.Юловский (1885 й. алып), Д.Ляпустин (1886 й. алып), А.А.Осипов (1917 й. алып), В.С.Константиновский (1933 й. алып), Н.В.Булычев (1934 й. алып), Ф.Геллертов (1937 й.), К.Синютин (1942 й. алып), Н.Бурдуков (1943 й. алып), Д.А.Логачевский (1945 й. алып), Н.М.Кушков (1955 й. алып), Л.Я.Кравец (1961 й. алып), епископтар Феодосий (1974—75) һәм Анатолий (1979 й. алып), Г.М.Сизов (1991 й. алып), И.М.Федянин (90-сы йй. аҙ.), Е.А.Шерышев (2002 й. алып). Бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

П.В.Петров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.