ДЗЮДО (япон. дзю — йомшаҡлыҡ, до — юл), спорт төрө, ике спортсының бер‑береһенең тән өлөштәренә һәм кейеменә тотоноп, ташлау, тотоп тороу, быуыу, ауырттырыу ысулдарын эшләргә тырышҡан бергә‑бер алышы. Башҡортостанда Д. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Күмертау, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. үҫеш ала; 70‑се йй. Өфөлә (“Локомотив”, “Спартак” ДСО-лары эргәһендә), ш. уҡ Дәүләкән, Мәләүез, Октябрьский, Туймазы һ.б. ҡалаларҙа секциялар эшләй башлай. Салауатта РСФСР чемпионаты (1973), Өфөлә күреү б‑са инвалидтар араһында Европа чемпионаты (2001) һәм Рәсәй кубогы (2011), ДСО‑лар һәм ведомстволар араһында Рәсәй кубогы (2010) уҙғарыла, 1999 й. алып — йыл һайын Д. б‑са БР Президенты призына Бөтә Рәсәй турниры (2005 й. башлап Халыҡ-ара турнир), 2000 й. алып Н.Д.Попов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. Респ. Д. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — А.П.Семёнов (1972). Халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға О.В.Крецул, В.Н.Мичурин, В.В.Овчинников, В.М.Самсонов, В.Е.Сафонов, А.И.Тарасов, Р.Ғ.Шәһәрова, М.Е.Яковлев һ.б. ирешә. БР дзюдосылары араһында: В.С.Вагин, Р.Ф.Әхмәтов — РСФСР чемп. (икеһе лә — 1973); А.Н.Кутовой — үҫмер спортсылар араһын да РСФСР беренселектәре еңеүсеһе (1975—76), үҫмерҙәр араһында СССР беренселектәре еңеүсеһе (1973, 1975) һәм Европа беренселегенең бронза призёры (1974); И.Ф.Хөснөтдинов — үҫмер спортсылар араһында СССР беренселеге еңеүсеһе (1981); И.Г.Ветюгова — Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемп. (1995); М.М.Бородушкин — үҫмерҙәр араһында Европа беренселегенең бронза призёры (2002); М.Р. Бикташев — Европа чемп. (2004); Р.Р.Арыҫланов — Рәсәйҙең абс. чемп. (2011), Рәсәй кубогын яулаусы (2010). Респ. спорт клубтарында һәм спорт мәктәптәрендә 40‑ҡа яҡын Д. бүлеге бар, уларҙа 3 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 1997 й. алып БР Д. федерацияһы эшләй. Д. м‑н тренерҙар Н.Н.Абсаттаров, С.А.Антинян, Ю.В.Зубков, С.Р.Кобиашвили, В.А.Пегов, Н.Д.Попов, А.А.Рябов, С.А. Тарасов, В.В.Терентьев, П.В.Ульянов, Ю.Е.Филиппов, А.А.Чудаков, М.М.Әҙеһәмов, И.Б.Яруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.