ИШУКОВ Ғашим Хөсәйен улы (1894 й. ғинуары, Сембер ҡ. — ?, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1936). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡ. ветеринар врачы, СССР‑ҙың а.х. отличнигы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1924). 1934 й. алып Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү ветеринария тәжрибә ст. дир. урынбаҫары; 1938—65 йй. микробиология, патологик физиология һәм фармакология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1944—56 йй. БАХИ‑ның ветеринария ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре йылҡының инфекцион ауырыуҙарын иҫкәртеү сараларын уйлап табыуға арналған. И. тарафынан йылҡының инфекцион энцефаломиелитына ҡаршы вакцина булдырыла, кетгутты стерилләү ысулы һ.б. эшләнә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949,?).

Хеҙм.: Случная болезнь лошадей. Казань, 1929; Болезни молодняка сельскохозяйственных животных и меры борьбы. Казань, 1938.

Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке