ИШЕМБАЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Көнсығыш нефть техникумы булараҡ асыла. 1942 й. Ишембай ҡ. күсерелә, 1958 й. алып Ишембай киске техникумы, 1966 й. — нефть техникумы, 1993 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәғлүмәт эшкәртеүҙең һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу, нефть һәм газ скважиналары быраулау, газ‑нефть үткәргестәрҙе һәм газ‑нефть һаҡлағыстарҙы ҡороу һәм файҙаланыу, электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, машиналар эшләү технологияһы, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, ғәмәли информатика, мәғлүмәт системалары һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, 27 уҡыу лаб., 2 слесарлыҡ‑механика оҫтаханаһы, 1 тамаша һәм 2 спорт залы, саңғы базаһы, стадионы, колледж тарихы музейы, дөйөм ятағы һ.б. бар. 16 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында Н.Г.Драцкий, Н.Ф.Липаев, Р.Ш.Миңгәрәев, В.А.Секин, А.Н.Филимонов, М.Ө.Хәмиҙуллин, В.Д.Шашин.

Х.Х.Баймырҙин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018