ИШЕМҒОЛОВ Сиражетдин Нуретдин улы (20.8.1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Асҡар‑Ҡолтай а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Асҡар а., — 20.11.2004, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Д.Н.Ишемғоловтың ағаһы. Орск пед. ин‑тын тамамлаған (1959). 1936 й. алып Хәйбулла р‑нының Әбеш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1949—77 йй. директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1960).

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке