ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ, дәүләт гербы һәм дәүләт гимны менән бер рәттән дәүләттең рәсми символы. Башҡортостан Республикаһында БР-ҙың 1992 й. 25 февр. “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында” ғы Законы менән раҫланған. Авторҙары — О.Е.Асабина, У.Т.Мәсәлимов. БР Конституцияһына һәм БР‑ҙың 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында”ғы Законына ярашлы, Д.ф. зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь һыҙаттарҙан торған өс төҫлө тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Аҡ һыҙаттың уртаһында алтынһыу түңәрәк эмблема һүрәтләнгән, уның эсенә стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Д.ф. төҫтәре һәм эмблемаһы билдәле бер символик мәғәнәгә эйә. Зәңгәр төҫ — респ. халыҡтарының аңлайышлы, изге һәм саф ниәттәрен; аҡ — тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы; йәшел — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелеген кәүҙәләндерә; ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡты, уның ете тажы Башҡортостан Республикаһы терр‑яһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы символлаштыра. БР‑ҙың Д.ф. дәүләт власы һәм идара органдары биналарының өҫтөндә даими күтәрелеүле тора, республиканың юғары вазифалы кешеләренең кабинеттарына һ.б. ҡуйыла. Д.ф., БР-ҙың Д.ф. т‑дағы положение талаптарын үтәп, дәүләт һәм милли символ сифатында биҙәү өсөн файҙаланыу рөхсәт ителә. Халыҡ алдында Д.ф. ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән өсөн юридик яуаплылыҡ ҡаралған.

З.И.Йәнекәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018