ДӘҮЛӘТ ГИМНЫ, дәүләт флагы һәм дәүләт гербы м-н бер рәттән дәүләттең рәсми символы булып тора. БР-ҙа беренсе тапҡыр 1993 й. 12 окт. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны тураһында” БР Законы м-н раҫлана (1999 й. көсөн юғалта). Рәсми ҡулланыу тәртибе 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” БР Законы м-н билдәләнә. БР Д.г. көйөнөң авторы Ф.Ф.Иҙрисов (“Республика” әҫ.), һүҙҙәренең — Р.Т.Бикбаев, Р.Шәкүр; урыҫ теленә Иҙрисов м-н С.Р.Чураева тәржемә итә. Д.г. башҡ. һәм урыҫ телдәрендә оркестр, хор, оркестр-хор йәки башҡа вокаль һәм инструменталь варианттарҙа башҡарыла. Д.г. БР һәм РФ дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштарҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырыштарын асҡанда һәм япҡанда; Башҡортостан Республикаһы Президенты антынан һуң; БР дәүләт флагын күтәреү рәсми церемонияһы, сит ил дәүләттәре башлыҡтарының рәсми визиттары ваҡытында, һәйкәлдәр һәм БР тормошонда мөһим ваҡиғалар хөрмәтенә башҡа ҡоролмалар асҡанда һ.б. осраҡтарҙа яңғырай. Д.г. ҡарата халыҡ алдында ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән өсөн юридик яуаплылыҡ ҡаралған.

З.И.Йәнекәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (башҡортса)

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (урыҫса)

См. также

Текст статьи на русском языке

Текст гимна на башкирском и русском языках

Нотная запись

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.