ГУВЕР Герберт Кларк (10.8.1874, Уэст-Бранч ҡ., АҠШ – 20.10.1964, Нью‑Йорк ҡ., тыуған ҡалаһында ерләнгән), АҠШ‑тың дәүләт эшмәкәре, эре сәнәғәтсе. Стэнфорд ун‑тын тамамлаған (1895). 1900 й. башлап Рус–Азия корпорацияһын, Халыҡ-ара Рәсәй синдикатын ойоштороусы. 1910 й. алып Ҡыштым тау заводтары йәмғиәтенең, 1912 й. – Көньяҡ Уралда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу б‑са Таналыҡ корпорацияһы хужаларының береһе. 1919–23 йй. Америка ярҙам администрацияһы етәксеһе. 1921 й. алып сауҙа министры, 1929–33 йй. АҠШ президенты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика