ҒИЛӘЖЕВ Фуат Ғарифулла улы [9.5.1924, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Йәрмәкәй а. (БР-ҙың Йәрмәкәй р-ны) – 16.11.2000, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик фәнд. канд. (1970). РСФСР-ҙың атҡ. юрисы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков юридик ин-тын тамамлаған (1954). 1945 й. алып Белорет ҡ. прокуратураһы хеҙм‑ре. 1949 й. алып БАССР Прокуратураһы прокуроры, 1952–54 йй. һәм 1960–70 йй. бүлек нач.; 1954 й. алып Өфө прокуратураһы прокуроры, 1959 й. – бүлек начальнигы. 1970–2000 йй. БДУ-ла эшләй (1972–81 йй. юридик ф‑т деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре криминология һәм енәйәт хоҡуҡиәте мәсьәләләренә арналған. 35-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м-н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Вина и криминогенное поведение личности. М., 1991.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика