ҒИБӘҘӘТОВ Рафиҡ Абдулхаҡ улы (19.10.1939, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. юрисы (1994). Һарытау юридик ин‑тын (1962), Свердловск юғары партия мәктәбен (1973) тамамлаған. 1962 й. алып Дыуан, Салауат р‑ндары прокуратураһында эшләй, 1967 й. — Әбйәлил р‑ны советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1973 й. алып БАССР ЮС‑ы Президиумы юрисконсульты, ойоштороу бүлеге мөдире, 1978 й. — Өфөнөң Киров р‑ны халыҡ судының халыҡ судьяһы, рәйесе. 1980 й. алып БАССР юстиция министры урынбаҫары,  1983 й. – министры. 1993–95 йй. БР ЮС‑ы Рәйесе аппаратында, БР Президенты Хакимиәтендә эшләй. Юристар союзы рәйесе (1989 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика