ҒӘМӘЛИ-ХӘРБИ КҮПБӘЙГЕЛӘР, йәйге биатлон, спорттың ғәмәли‑хәрби әһәмиәтле булған бер нисә төрө б-са ярыштар. Ғ.-х.к. хәрбиләштерелгән кросс, ғәмәли-хәрби тотҡарлыҡтар һыҙаты, икебәйге, өсбәйге, дүртбәйге һәм бишбәйге, атыу ярышы, бәләкәй калибрлы биатлон, ҡатын- ҡыҙҙар өсөн патруль уҙыштары инә. Башҡортостанда Ғ.-х.к. үҫеше Өфө (1978), Стәрлетамаҡ (1979), Белорет (1980), Ишембай һәм Салауат (икеһе лә — 1981) һ.б. ҡалаларҙа ДОСААФ ҡарамағындағы секциялар асылыуға бәйле. Респ. РСФСР халыҡтары спартакиадаһының зона ярыштары (1979), РСФСР (1980) һәм СССР (1981) чемпионаттары, РСФСР чемпионаттарының финал (1988) һәм зона (1991) ярыштары, донъя һәм Рәсәй чемпионаттары (2006) уҙғарыла. Респ. Ғ.-х.к. б-са СССР-ҙың спорт мастеры — Р.В.Ғәфиәтуллин (1981). Респ. йыйылма командаһы – РСФСР чемпионатының зона ярыштарында еңеүсе (1979—86, 1988—92), РСФСР кубоктарын яулаусы (1980—81, 1983, 1985—86, 1988, 1991—92, 1994—95), РСФСР (1986, 1988—89, 1991, 1994—95) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1990) чемпионы. Респ. үҫмерҙәр йыйылма командаһы – РСФСР беренселегендә (1980—85, 1987—92), бөтә Рәсәй үҫмерҙәр спорт уйындарында (1985, 1989) еңеүсе. Юғары спорт ҡаҙаныштарына Г.В.Александренко, Р.Р.Ғарифуллин, Л.И.Дюпина, О.А.Качалкова, Н.Ғ.Мөҙәрисова, Е.В.Сафарова, А.М.Щепарёв ирешә. БР күпбәйге көрәшселәре араһында: Ғәфиәтуллин – РСФСР кубогын яулаусы (1982), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1986); М.В.Такиев – СССР (1981), РСФСР (1981—83, 1985—91), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1983, 1986) чемп., “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” халыҡ-ара ярыштарында еңеүсе (1984—90); А.Ф. Ғәзизов – үҫмерҙәр араһында СССР кубогын яулаусы (1984), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1983); Ф.Р.Богданов – РСФСР беренселегендә (1984), бөтә Рәсәй үҫмерҙәр спорт уйындарында (1985) еңеүсе; И.И.Бикташева (Ишмырҙина) – СССР (1988), РСФСР (1985—86) чемп., СССР беренселегендә еңеүсе (1982); И.И.Ишмырҙин – СССР кубогын яулаусы (1985), РСФСР беренселегендә (1984) һәм “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” халыҡ-ара ярыштарында (1985—87), бөтә Рәсәй үҫмерҙәр спорт уйындарында (1985) еңеүсе; В.И. Леонов – РСФСР беренселегендә (1987—88) һәм “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” халыҡ-ара ярыштарында (1986—87), бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз үҫмерҙәр спорт уйындарында (1985) еңеүсе; С.А.Подсеваткин – СССР һәм РСФСР беренселегендә (икеһе лә — 1988) еңеүсе; И.Д.Нурмөхәмәтов – РСФСР беренселендә еңеүсе, СССР кубогының көмөш призёры (икеһе лә — 1989); Г.М.Ибяев — СССР чемп. (1987, 1989—90), СССР кубоктарын яулаусы (1987—88, 1991), РСФСР (1986—91), Рәсәй (1992—95) чемп., Европа чемпионатының көмөш призёры (1994), “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” халыҡ-ара ярыштарында еңеүсе (1986—91); Н.Н.Звыкова – СССР (1991) һәм РСФСР (1990) беренселегендә еңеүсе; С.Ю.Нурмөхәмәтова (Пушкина) – СССР беренселегендә (1990—91), РСФСР халыҡтары спартакиадаһында (1990) еңеүсе; А.В.Гарин – СССР һәм РСФСР (1991), Рәсәй (1994) кубоктарын яулаусы, Рәсәй чемп. (1994); А.А.Плохов – СССР һәм РСФСР кубоктарын яулаусы (1991); Р.В. Хәмитов – Рәсәй чемп. (1994); Г.М. Ғәбиҙуллина – Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (икеһе лә — 2011); М.И.Вәлиев һәм В.В.Ҡотлояров – Рәсәй беренселегендә еңеүселәр (икеһе лә — 2010). 1980—2002 йй. БР Ғ.-х.к. федерацияһы эшләй. Ғ.‑х.к. м-н тренерҙар М.З.Мөҙәрисов, В.М.Хәмитов (икеһе лә — Бөтә союз категориялы судья), Р.Р.Вәлиев, Н.А.Морозов, А.Т.Сәфәров, М.А.Щепарёв һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

М.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика