ГАЛЛИ Джианшах Эседович, Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (3.11.1894, Һарытау губ. Булыкча а. — 1938), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1909 й. алып Һарытау губ. эшләй: 1916 й. тиклем земство мәктәбендә уҡыта, 1918 й. башлап губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең коллегия ағзаһы, 1920 й. губерна хәрби комиссариатының сәйәсәт бүлеге инструкторы, 1921 й. – ВКП(б) губерна ком‑тының милләттәр бүлеге мөдире. 1923–26 йй. БАССР‑ҙың юстиция халыҡ комиссары һәм прокуроры. 1926 й. РСФСР‑ҙың Юстиция ХК эргәһендәге прокурор, 1927 й. – Бөтә Рәсәй ҮБК инструкторы, 1930 й. Ленинград өлкә башҡарма ком‑ты бүлеге мөдире; 1931 й. башлап Һарытау совет төҙөлөшө ин‑ты дир., 1935 й. – каф. мөдире. Юстиция халыҡ комиссары вазифаһында БАССР‑ҙың суд органдарына милли кадрҙарҙы тәғәйенләүгә булышлыҡ итә. 1938 й. репрессиялана.

Әҙәб.: Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика