ГАЛАНОВ Виктор Дмитриевич [11.10.1878, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 26.11.1937, Өфө], революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия-дәүләт эшмәкәре. Хеҙмәт Геройы (1924). 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1910). 1909 й. Өфө төрмәһендә, 1910—12 йй. Архангел губ. һөргөндә була. 1912 й. башлап Өфөлә присяжный вәкил ярҙамсыһы, Златоуст өйәҙе Мәсәғүт а. присяжный поверенный, Өфө өйәҙе Эҫем заводы ҡасабаһында судья. Революция (1917) осоронда эшсе милиция дружиналарын (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) ойоштора. 1918 й. алып Өфө губерна революцион комитеты, ш. уҡ РСФСР Эске эштәр ХК, Бөтә Рәсәй ХХС‑ы (икеһе лә — Мәскәү) эштәре идарасыһы. 1919 й. башлап Өфө губерна башҡарма комитетының юстиция бүлеге мөдире һәм рәйес урынбаҫары, губерна революцион трибуналы рәйесе, БАССР‑ҙың Баш суды рәйесе урынбаҫары. 1923 й. Истпарттың Башҡ‑н бүлексәһе мөдире, 1924 й. алып БАССР Үҙәк архивы дир., 1925—31 йй. революция музейы мөдире (бөтәһе лә — Өфө). Халыҡ-ара революция көрәшселәренә ярҙам ойошмаһының өлкә ком‑ты (1925 й. алып), Ҡарт большевиктар йәмғиәте (1930—33) ағзаһы. Өфө урамына Г. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Пётр Литвинцев //Революционное прошлое. Уфа, 1923; Экспроприация близ станции “Воронки" //1905. Революционные события 1905 г. в Уфе и Уральских заводах (Башреспублика). Уфа, 1925.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика