ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы [1.2. 1943, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Бекетов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй (1995—2011 йй. экология, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хоҡуҡтың теоретик проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Теоретические проблемы организации правовой охраны атмосферы Земли в современных условиях. Уфа, 2000; Теория воздухоохранного права. Уфа, 2003. 

 Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика