ВӘХИТОВ Шакир Ҡазыхан улы [23.2.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а.) — 31.7.2004, Өфө], юрист. Юридик ф. канд. (1970), проф. (1987). РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын тамамлаған (Куйбышев ҡ.,1953). 1946 й. алып Салауат р‑ны прокуроры ярҙамсыһы, 1948 й. — прокуроры, 1952 й. — Өфө өлкә про‑ куроры урынбаҫары, 1953 й. — БАССР Прокуратураһының тәфтиш бүлеге начальнигы. 1961 й. башлап БАССР Юғары Суды рәйесе урынбаҫары, 1962—88 йй. рәйесе, бер үк ваҡытта 1964 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 6–11‑се саҡырылыш депутаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Рассмотрение дел о преступных нарушениях правил охраны труда. М., 1986.

Текст на русском языке

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика