ИУСТИН (донъяуи исеме Полянский Михаил; 1831, Воронеж губ. — 26.9.1903, Херсон губ., Изге Григорий Бизюково монастыры), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1896— 1900). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1872). Монахлыҡ ҡабул иткән (1864). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1869) Харьков дини семинарияһы уҡытыусыһы, Литва дини семинарияһы инспекторы, Кострома дини семинарияһы ректоры. 1885 й. алып Мәскәү патриархияһы епархияларында викар епископ, епископ, 1893 й. һәм 1900—03 йй. Рязань епархияһында монастырь идарасыһы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Воскресение кафедраль соборында Христос Терелеүе йәмғиәтен ойоштора, Дини семинарияла псалом башҡарыусыларҙы әҙерләү класын аса; уның осоронда 26 сиркәү һәм 16 ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтә, И. инициативаһы м‑н Николай (вокзал) сиркәүе (ҡара: Өфөләге сиркәүҙәр), етемдәр йорто һалына. И. билдәле дин таратыусы һәм аскет (ҡара: Дини аскетизм) була. Дини тәғлимәт б‑са хеҙмәттәр авторы.

Хеҙм.: Сочинения Иустина, епископа Рязанского и Зарайского: в 12 т. М., 1895–1897

Ю.Н.Сергеев

  Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке