ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [15.4.1920, Өфө губ. Өфө өйәҙе Нимесләр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны)], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын та- мамлаған (1955). 1943 й. алып Нуриман р‑нының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәре, 1945—85 йй. Байгилде урта мәктәбе директоры. И. етәкс. Байгилде мәктәбе респ. уҡытыусыларының алдынғы пед. тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу б‑са төп мәктәпкә әүерелә (ҡара: Байгилде ауыл лицейы). 60‑ҡа яҡын хеҙмәт авторы. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың 1—7‑се уҡытыусылар съезы делегаты. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1957) дәрәжә Ватан һуғышы, “Почёт Билдәһе” (1960) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998; И учебой, и талантом. Уфа, 2004.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018