ИСМӘҒИЛЕВА Эльза Рауил ҡыҙы (20.9.1949, Чимбай ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Ҡыйғы район‑ара ветеринария лабораторияһында биохимик‑токсико- лог. 1973 й. алып БДАУ‑ҙа (1977—89 йй. ветеринар врач‑рентгенолог). Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. малдарының матдәләр алмашыныуы боҙолоуын диагностикалау, прогнозлау һәм коррекциялауға арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Регуляция обмена веществ у животных в норме и патологии. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.