ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы [28.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 13.11.1983, Ленинград], дин әһеле, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1975—80, ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төйлөгән а. мәҙрәсә тамамлағандан һуң (1926) 1929 й. тиклем Ҡаръяуҙы а. мәсетенең имам‑хатибы (икеһе лә — Бәләбәй кантоны), 1946 й. алып 2‑се Өфө, 1956 й. — Ленинград йәмиғ мәсеттәренең имам‑хатибы. 1929—30 йй. төрмәлә ултыра. Бер нисә тапҡыр хаж ҡыла.

Ғ.Ғ.Исаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке