ИРИНЕЙ (донъяуи исеме Середний Иван Петрович; 10.5.1939, Украина ССР‑ы Столпин а.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1975–76). Дини тәғлимәт канд. (1968). Митрополит (2002). Архиепископ (1982), архимандрит (1971). Монахлыҡ ҡабул иткән (1970). Ленинград дини акад. тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып Мәскәү патриархының Токиолағы биләмәһендә хеҙмәт итә. 1976 й. башлап Мәскәү патриархияһында викар епископ, епископ, митрополит. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында православие ҡорамдарын яптырыуға ҡаршы сыға. Дуҫлыҡ (2009), 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Владимир, 3‑сө дәрәжә Мәскәү һәм бөтә Рәсәй митрополиты святитель Алексий (2008), 1‑се (2014) һәм 2‑се дәрәжә изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил, 1‑се (2009), 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә преподобный Сергий Радонежский, 1‑се (2013) һәм 2‑се дәрәжә изге преподобный Серафим Саровский, изге равноапостольная Мария Магдалина (Поляк православие сиркәүе), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Цыпин В. История Русской Церкви. 1917–1997. М., 1997.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018