ИОСИФ (донъяуи исеме Богословский Иван Иванович; 18.8.1800, Рязань губ. Кобыльское а. — 19.2.1892, Воронеж ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1849—53). Дини тәғлимәт канд. (1828). Архиепископ (1860), архимандрит (1833). Монахлыҡ ҡабул иткән (1828). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1828). 1829 й. алып Мәскәү дини семинарияһы уҡытыусыһы, 1834 й. — ректоры, бер үк ваҡытта 1835 й. алып Заиконоспас монастыры (Мәскәү) настоятеле. 1842 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында викар епископ, 1853 й. — епископ, архиепископ. 1864 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Ырымбур ҡ. ҡатын‑ҡыҙҙар общинаһы асыу, Силәбе ҡ. Одигитрия ҡатын‑ҡыҙҙар общинаһын монастырь итеп үҙгәртеү (икеһе лә — 1852) инициаторы булып сығыш яһай; уның осоронда Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастыры сиркәүҙәре төҙөлә. Билдәле дин таратыусы була (уның 200‑ҙән ашыу вәғәзенең ҡулъяҙмаһы һаҡланған).

Әҙәб.: Иоанникий мәҡ. ҡарағыҙ.

Ю.Н.Сергеев

      Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.