ИОВ (донъяуи исеме Кресович Владимир Адрианович; 15.9.1898, Волынск губ. Мокрец а. — 4.12.1977, Львов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1967—73). Архиепископ (1954). Монахлыҡ ҡабул иткән (1942). Кременец дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1922) Мәскәү патриархияһы епархияларында священник, викар епископ, епископ. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Изге Сергий кафедраль соборын ремонтлауҙы ойоштора һәм ҡорамдың 100 йыллығына арналған дини саралар үткәрә. 1‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән (1977).

Әҙәб.: Абдулов Н.Т. Уфимские епископы второй пол. 60–70-х гг. ХХ в. //Река времени. Уфа, 2000.

Н.П.Зимина

Текст на русском языке

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018