ИОАННИКИЙ (донъяуи исеме Образцов Иван Яковлевич; 1793, Тверь наместниклығы Титовка а. — 18.4.1880, Чернигов губ. Нежин ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1835—49). Дини тәғлимәт канд. (1817). Архимандрит (1825). Монахлыҡ ҡабул иткән (1819). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1817) Чернигов дини семинарияһында уҡыта, 1821 й. алып Минск, Могилёв, Пермь, Пенза һ.б. ҡалаларҙа дини семинариялар ректоры, бер үк ваҡытта монас- тырҙар настоятеле. 1832 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ. 1857 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында старообрядсылыҡҡа, сектантлыҡҡа ҡаршы u1088 көрәшә・, әүҙем христианлаштырыу алып бара (2 меңдән ашыу кеше), православие динендәгеләрҙең старообрядсылар м‑н никахын тыя, сиркәү-мәхәллә мәктәптәре һанын арттыра, миссионерлыҡ эшмәкәрлеге алып бара, Ырымбур казак ғәскәрендә һ.б. диндәшлекте пропагандалай. Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастырын, Ырымбур дини уч‑щеһын асыу инициаторҙарының береһе.

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1901—1902. Вып.10; Сергеев Ю.Н. Уфимско-Оренбургские епископы первой половины XIX века: материалы к биогр. слов. //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н. Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018