ИОАНН [донъяуи исеме Гордеев Василий Фёдорович; 1801, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ярославка а. (БР-ҙың Дыуан р‑ны) — 21.7.1866, Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастыры], дин әһеле. Монахлыҡ ҡабул иткән (1832 й. Власий, 1840 й. Иоанн исеме м‑н). Беглопоповсылар яҡлы була. 1834 й. Троицк өйәҙе Дыуан улусында Йүрүҙән й. буйында 2 расколсылар скитына (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар) нигеҙ һала. 1838 й. диндәшлеккә күсә. Изге Синодтың 1840 й. 17 май указы м‑н Йүрүҙән скиттары диндәшлек скиттары рәтенә индерелә. 1849 й. алып үҙе нигеҙ һалған Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастырының настоятеле (1853 й. игумен саны бирелә). 1863—65 йй. Байкал аръяғы старообрядсылары араһында миссионерлыҡ эшмәкәрлеге алып бара.

Әҙәб.: Матвеев С.И. Краткая история Златоустовского Воскресенского Единоверческого мужского монастыря Уфимской губернии, Златоустовского уезда. Уфа, 1913; Данилко Е.С. Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и традиционной культуры. Уфа, 2002.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.