ИОАНН II (донъяуи исеме Братолюбов Сергей Васильевич; 16.6.1882, Ҡазан — 27.2.1968, Ульяновск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан архиепискобы (1945—48). Дини тәғлимәт канд. (1906). Архиепископ (1943), архимандрит (1912). Монахлыҡ ҡабул иткән (1907). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1906) Сембер, Вологда, Пермь, Олонец һәм Могилёв епархияларының дини уҡыу йорттарында эшләй, 1917 й. алып Төмән Троица монастыры настоятеле вазифаһын башҡара, 1920 й. — Мәскәү патриархияһы епархияларында священник, 1923 й. — викар епископ, епископ. 1948—53 йй., 1959 й. алып ялда. 1931—36 йй., 1937—43 йй. төрмәлә ултыра. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында И. II яңынан 37 православие ҡорамы аса, йөрөүсе священниктар ин‑тын индерә, ҡәтғи финанс һәм адм. тәртип урынлаштыра.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н.,  Абдулов Н.Т. Уфимская епархия в 1943–1964 гг.: очерки истории государственно-церковных отношений. Уфа, 2000

Ю.Н.Сергеев

  Тәрж. Ә.Н. Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.