ИНСТИТУТТАР (лат. institutum – булдырыу, ойоштороу), төрлө махсус уҡыу йорттары (урта, юғары, квалификацияны күтәреү системаһындағы һ.б.), ш. уҡ ғилми‑тикшеренеү учреждениелары. Башҡортостанда юғары белем биреү программаһын тормошҡа ашырған беренсе И. Уҡытыусылар институты була. 1919 й. Өфөлә Физика институты, 30‑сы йй. а.х. һәм мед. И. асыла. 1941 й. респ. 7 И. була: мед., пед., а.х., Өфө сит телдәр институты, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. уҡытыусылар институттары. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиация һәм нефть И. асыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа респ. урындағы һәм үҙәк юғары уҡыу йорттарының И. статусын йөрөткән филиалдары асыла (Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑тының Стәрлетамаҡ филиалы, Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тының Белорет филиалы, Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалы).

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарынан дәүләткә ҡараған Урал физик культура институтының Башҡ‑н (Өфө) һәм Стәрлетамаҡ физик культура И. (филиалдар), Рәсәй‑иҡтисад университетының Өфө И. (филиал), Юридик институт һәм дәүләткә ҡарамаған Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡ‑н соц. технологиялар И. (филиал); Халыҡ‑ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белорет филиалы; Коммерция һәм хоҡуҡ институты һ.б. И. эшләй (2013). 1934 й. Өфөлә асылған Башҡ‑н халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү И. (ҡара: Мәғарифты үҫтереү институты) һәм Башҡ‑н хужалыҡ етәкселәренең һәм инженер‑техник хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү И. (Баймаҡ, Белорет һәм Ишембай филиалдары) белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү системаһындағы беренсе И. була. БР‑ҙа уҡытыу‑методик учреждениеларҙан Межотраслевой институт Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты, БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты эшләй. 1908 й. Пастер станцияһы нигеҙендә асылған Бактериология И. (ҡара: “Иммунопрепарат”) ғилми‑тикшеренеү эшен башҡарған беренсе И. була. 20—30‑сы йй. Өфөлә ғилми‑етештереү һәм дауалау‑иҫкәртеү И. асыла: тире‑венерологик (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), трахома (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты), ту- беркулёз (ҡара: Туберкулёзға ҡаршы диспансер). 1930 й. Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институты ойошторола, уның нигеҙендә тармаҡ ҒТИ-лары асыла: Милли мәҙәниәт институты, марксистик‑ленинсы педагогика һәм педология (ҡара: Педагогика институты), сәнәғәт (ҡара: “БашНИПИстром”), а.х. социалистик реконструкциялау, һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена. Һуғыш йылдарында респ. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының И., СССР сәнәғәт ХК‑ның тармаҡ ҒТИ‑лары эвакуациялана. Улар үткәргән тикшеренеүҙәр тармаҡ ғилми учреждениеларының селтәрен киңәйтеүгә нигеҙ һала: Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты (1947), Нефть эшкәртеү б‑са Башҡ‑н ҒТИ (1956; ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты) НИИнефтехим (1958), Бөтә Союз Үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы (1964; ҡара: Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты) һ.б. Респ. Ғилми‑тикшеренеү учреждениеларынан һәм проектлау ойошмаларынан академик профилле И., ш. иҫ. Биология институты; Биохимия һәм генетика институты; Ботаника баҡса институты; Геология институты; Математика институты; Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты; Механика институты; Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты; Нефтехимия һәм катализ институты; Органик химия институты; Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институты; Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты; Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты; тармаҡ ғилми- тикшеренеү И.: “БашНИИнефтемаш”, Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институты, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Технология һәм производствоны ойоштороу институты, Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институты һ.б.; проект И.: “Башгипроагропром”, “Башгипроводхоз”, “Башгипронефтехим”, “Башҡортостан Промстройпроекты”, “Башнефтегазпроект” һ.б. эшләй.

А.Р.Фёдорова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.