АВТОМОБИЛЬ ТРАНСПОРТЫ, дөйөм файҙаланыуҙағы, айырым ведомствоға ҡараған һәм граждандарҙың шәхси милкендәге транспорттан тора.

Башҡортостандың транспорт системаһында пассажирҙар ташыу (80,1%) һәм пассажирҙар әйләнеше (66,6%) б‑са беренсе урынды биләй (2010). Респ. А.т. үҫешенә 1919 й. Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы эргәһендә транспорт-матди бүлеген ойоштороу булышлыҡ итә, Бәләкәй Башҡортостандағы транспорттың бөтә төрҙәре уның ҡарамағында була. АСБР ХКС‑ының 1921 й. 20 июлендәге ҡарары м‑н Башҡ‑н үҙәк урындағы транспорт идаралығы ойошторола, уның составына 1922 й. июлендә Өфө губерна башҡарма ком‑тының урындағы транспорт бүлеге инә. 1924 й. 14 йөк һәм 12 еңел автомобиле булған идаралыҡ бөтөрөлә, уның функциялары Башҡ‑н ХХС‑ына тапшырыла. Шул уҡ йылда Өфөлә даими пассажирҙар ташыу ойошторола (ҡара: Ҡала транспорты), 20‑се йй. аҙ. Өфө—Бөрө, Өфө—Стәрлетамаҡ маршруттары б‑са ҡала-ара автобус бәйләнеше асыла.

30‑сы йй. башында ауыл ерендә транспортта ташыуҙы тормошҡа ашырыу өсөн “Совхозтранс” һәм “Союззаготтранс” махсус трестары булдырыла. Егеүле транспорттың күпселекте тәшкил итеүе арҡаһында, 1933 й. Башҡ‑н “Автогужтрест”ы ойошторола, А.т. уның ҡарамағында була. 1935 й. трест паркында 140‑ҡа яҡын йөк автомобиле һәм 40‑тан ашыу автобус һанала. 1939 й. “Башавтогужтрест”ы үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә Башҡ‑н автомобиль транспорты идаралығы төҙөлә, уның ҡарамағында 40‑сы йй. башына 500 автомобиль, ш. иҫ. 100 автобус була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң автомобиль паркының үҫеүе күҙәтелә, эре махсус автотранспорт пр‑тиелары асыла башлай (ҡара: “Башавтотранс”). 90‑сы йй. башынан транспорт хеҙмәттәре баҙарын дәүләт пр‑тиеларының, коммерция структураларының һәм эшҡыуарҙарҙың А.т. тәшкил итә (ҡара: табл.).

2010 й. БР‑ҙа 1099 мең бөтә төр автомобиль иҫәпләнә, ш. иҫ. 959 меңгә яҡын еңел автомобиль, 105 меңдән ашыу йөк автомобиле. Еңел автомобилдәр паркы үҫешә, уның 94%‑ы граждандар милкенә ҡарай. Халыҡтың үҙ еңел автомобиле м‑н тәьмин ителеүе 1 мең кешегә иҫәпләгәндә 224 берәмек (1990 й. м‑н сағыштырғанда 3,9 тапҡырға артҡан) тәшкил итә; граждандар милкендә 38 меңдән ашыу йөк автомобиле һәм 7 меңгә яҡын автобус була. Йөк ташыуҙың дөйөм күләменең 85%‑ы айырым ведомствоға ҡараған автотранспортҡа, 10%‑ы махсус автотранспорт пр‑тиеларына тура килә. Граждандар милкендәге йөк автомобилдәрендә ташыу өлөшө арта. 2010 й. БР автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 33,7 мең км, ш. иҫ. дөйөм файҙаланыуҙа 25,7 мең км тәшкил итә. Дөйөм файҙаланыуҙағы А.т. йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы “Башавтотранс” ДУП‑ының 25 автотранспорт пр‑тиеһы, төрлө милек формаһындағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙар башҡара. Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһе 695 ҡала яны, 241 ҡала‑ һәм өлкә-ара маршруты ойошторған. 19 автовокзал (ҡара: Вокзалдар) һәм 43 автостанция эшләй. Транспорт-экспедитор хеҙмәттәрен 11 агентлыҡ һәм “Баштрансагентлыҡ” пр‑тиеһының 8 ҡабул итеү пункты күрһәтә.

М.К.Ғәлләмов, О.В.Дмитриева, Р.Х.Зарипов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018