ҒӘМӘЛИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы. 2009 й. Стәрлетамаҡ ҡ. БР ФА-ның Стәрлетамаҡ филиалы (1995 й. нигеҙ һалына) базаһында БР ФА‑ның Ғ.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Ғ.т.и. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР-ҙың Көньяҡ-көнбайыш төбәге үҫешенең гуманитар һәм соц. мәсьәләләрен, тупланған энергетик системаларҙы файҙаланыуҙың, төбәк экологияһының, кеше һаулығының ғәмәли мәсьәләләрен, медик-биол. мәсьәләләрҙе өйрәнеү; нефтехимия, нефть эшкәртеү һәм полимерҙарҙан әйберҙәр етештереү, үтә ҡуйы һәм тиҙ ҡатыусан нефттәрҙең магистраль транспорты технологияларын, етештереүҙең өҫтәмә продукттарын һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге технологик процестарҙы эшләү; ҡатмарлы тәбиғи-ғилми системалар һәм процестарҙың математик моделен әҙерләү; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һ.б. Ин‑т составында 5 бүлек, 11 лаборатория. 17 ғилми хеҙм‑р араһында – 9 фән д-ры һәм 4 фән канд. (2011). Ин‑т ғалимдары тарафынан башҡ. халыҡ һәм фән терминологияһының теоретик-ғәмәли нигеҙҙәре өйрәнелә; башҡорт микротопонимикаһының структур-семантик һәм этимологик үҙенсәлектәре һүрәтләнә; 20 б. 60—80-се йй. башҡ. прозаһы һәм фольклорының үҙенсәлектәренә анализ яһала; полимерлы төҙөлөш материалдарын етештереүҙә ҡулланылған күп каналлы алынмалы технологик инструменттарҙың (экструзион баштар) төҙөлөшө, Йодхитозан биологик актив матдәһенең составы һәм сәнәғәттә етештереү технологияһы, эштән туҡтаған нефть сығарыу скважиналарын яңынан эшләтеп ебәреүсе термик-газ генераторҙары, алкенил гәрәбә кислотаһы имидтарын алыу технологияһы, һөт биҙе яман шешенең үҫеш ихтималлығы юғары булған ҡатын‑ҡыҙ пациенттарҙа уны хирургик юл м‑н иҫкәртеү, скважиналарҙың йылылыҡ физикаһы мәсьәләләрен сисеүҙең яҡынса аналитик ысулдары һәм күҙәнәкле мөхиттә газ гидраттарының барлыҡҡа килеүе һәм тарҡалыуы, ҡатнаш типтағы дифференциаль тигеҙләмәләр өсөн тура һәм кире сикле мәсьәләләрҙе сисеүҙең спектраль ысулы эшләнә; күҙәнәкле материалды киптергәндә йылылыҡ массаһының күсеүен һүрәтләгән матем. модель, автоном ток биреү сығанағынан тәьмин ителгән һыу аҫты үткәргес торбалары м‑н эш итеү өсөн кессон тибындағы аппарат һ.б. яһалған. Ин‑т етәкселегендә “Белем биреүҙе, фәнде, етештереүҙе интеграциялау процестарында яңыртыуҙар” (2008—10), “Дифференциаль тигеҙләмәләр һәм эргәлек мәсьәләләре” (2008) халыҡ-ара ғилми конф., “Филология һәм филологик белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” (2006), “Башҡорт филологик белем биреүҙең тарихы, хәҙергеһе, киләсәге” (2007), “Сәнәғәт һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ предприятиеларында энергия һаҡлау”, “Онкологик ауырыуҙарҙың медик-генетик мәсьәләләре” (икеһе лә — 2010) Бөтә Рәсәй ғилми‑ғәмәли конф. һ.б. ойошторолған һәм үткәрелгән. Уйлап табыуҙарға 330‑ҙан ашыу патент алынған; 190-дан ашыу фәнни йыйынтыҡ һәм монография нәшер ителгән. БР ФА-ның, РФА-ның ғилми учреждениелары, БР‑ҙың, РФ‑тың, АҠШ‑тың ин‑ттары һәм юғары уҡыу йорттары һ.б. м-н хеҙмәттәшлек итә. Дир. – К.Б.Сабитов (1995 й. алып).

К.Б.Сабитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика