ИНЖИЛ ХРИСТИАНДАРЫ, инжилсылар, пашковсылар, Рәсәйҙә 19 б. 70‑се йй. уртаһында протестантлыҡта барлыҡҡа килгән, баптизмға яҡын торған ағымға эйәреүселәр. И.х. тәғлимәтенә ярашлы, “ҡотолоу” мөмкинлеге “һайлап алынғандарға” ғына түгел, ә Иисус Христосҡа ышанған һәр кемгә бирелә; “ҡотолоу” юлын кеше үҙе һайлай ала. Баптистарҙан айырмалы рәүештә, И.х. “ирекле” причащение бар [причастие бөтә христиандарға ла рөхсәт ителә; община ағзалары суҡындырыу, икмәк һындырыу һәм никах йолаларын үтәй ала; Инжил нәсихәттәренә (ҡара: Библия) айырым әһәмиәт бирелә]. И.х. община эшмәкәрлегенә юғары органдарҙың контроллек итеү хоҡуғын таный. Мәскәү, Новгород, Тула һәм Ярославль губ. таралған тәүге ағымға В.А.Пашков (ҡара: Пашковтар), 1908 й. алып И.С.Проханов етәкселек иткән. 3‑сө Бөтә Рәсәй И.х. съезында (1909, С.‑Петербург) Бөтә Рәсәй И.х. союзы ойошторола (етәксе органы — Бөтә Рәсәй советы). 1912 й. ҡарата илдә 3 меңгә яҡын инжилсы була. 30‑сы йй. уларҙың күбеһе репрессиялана, общиналар ғәмәлдә эшен туҡтата. 1942 й. И.х. союзы эшмәкәрлеген яңырта. 1944 й. И.х. баптистар м‑н берләшә, Бөтә Союз инжил христиан‑баптистар советы ойошторола. 90‑сы йй. башынан И.х. һәм баптистарҙың ойошҡан рәүештә айырымланыуы бара. 1992 й. И.х. сир- кәүҙәре союзы, 2009 й. Бөтә Рәсәй И.х. берләшмәһе ойошторола, ниндәй ҙә булһа берекмәләргә инмәгән бойондороҡһоҙ И.х. общиналары бар. Төрлө йылдарҙа И.х. “Русский рабочий” (“Урыҫ эшсеһе”), “Беседа” (“Әңгәмә”), “Сеятель” (“Таратыусы”) һ.б. ж. сығара.

Өфө губернаһында тәүге И.х. общиналары 1899 й. Бәләбәй өйәҙенең Сосновка а. (пресвитер Бинбаум), 1900 й. — Дәүләкән а. [27 кеше; П.Н.Ткачинский (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Качинский)], 1903 й. Шаровка а. (78 кеше; Д.С.Ольшанский) теркәлгән. 20 б. башында Өфөлә пресвитер С.Е.Важдаев етәкселегендә 59 кешенән торған И.х. общинаһы барлыҡҡа килгән (1917 й. аҙ. — 200‑гә яҡын кеше). 1913 й. Өфөлә, Дәүләкәндә, Шаровкала ғибәҙәт йорттары булған — 3 (140‑ҡа яҡын кеше), 1927 й. 5 (800‑гә яҡын кеше) И.х. общинаһы теркәлгән; И.х. төркөмдәре ш. уҡ Бөрө өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе ауылдарында иҫәпкә алынған. 20‑се йй. 3 Бөтә Башҡ‑н И.х. съезы (1‑сеһе 1923 й., 2‑сеһе 1925 й., 3‑сөһө 1927 й.) үткәрелә. 1932 й. И.х. общиналары Өфөлә (ғибәҙәт йорто була) һәм Стәрлетамаҡ ҡ. ҡала. 1935 й. Өфө общинаһы ябыла, уның пресвитеры Ткачинский (1921 й. алып) репрессиялана; 1936 й. табан Стәрлетамаҡ общинаһы ла тарҡатыла. Баптистар м‑н берләшкәндән һуң, И.х. общиналары Бөтә Союз инжил христиан‑баптистар советы общиналары булараҡ теркәлә. БР‑ҙа 90‑сы йй. аҙағынан үҙ аллы И.х. общиналарын ойошторорға тырышып ҡарайҙар (ҡара: Хәҙерге дини хәрәкәттәр).

Әҙәб.: История евангельских христиан-баптистов в СССР. М., 1989; Сергеев Ю.Н. Баптизм в Башкирии: очерки истории (конец XIX — XX вв.). Уфа, 1998.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.