ИЛЬМИНСКИЙ Николай Иванович (23.4.1822, Пенза ҡ. – 27.12.1891, Ҡазан), педагог-миссионер, шәрҡиәтсе. Император С.‑Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1870). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1846) шунда уҡ уҡыта. 1851 й. алып Мысырҙа, Фәләстанда, Сүриәлә ислам һәм ғәрәп телен өйрәнә. 1854—58 һәм 1863—70 йй. Ҡазан дини акад. миссионерлыҡ бүлегендә көнсығыш телдәрен уҡыта. 1858 й. башлап Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе, 1861 й. — Ҡазан ун‑тының төрөк‑татар телдәре каф. уҡыта, 1872—91 йй. Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһы директоры. И. урыҫ булмаған халыҡтарҙы уҡытыуҙың (ҡара: Башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр) айырым системаһын эшләй. И. ҡатнашлығында Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Орск-Ырымбур ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе ойошторола. И. фәнни тикшеренеүҙәре төрки телдәргә, Урал‑Волга буйы һәм Ҡаҙағстан халыҡтары этнографияһына арналған. И. урыҫ алфавитын ғәрәп графикаһын ҡулланған халыҡтар яҙмаһына киң индерә. Татар, ҡаҙаҡ һ.б. телдәрҙәге дәреслек һәм әсбаптар авторы, күп дини китаптарҙы, ш. иҫ. Библияны, татар теленә тәржемә итә. 1861 й. “Ҡазан университетының ғилми яҙмаларында” (“Учёные записки Казанского университета”) “Өс ул” башҡорт әкиәтен баҫтырып сығарғанда тәү башлап урыҫ графикаһын ҡуллана.

Хеҙм.: О системе просвещения инородцев и о Казанской центральной крещено-татарской школе. Казань, 1913.

М.Н.Фархшатов

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018