ИВАНОВСКИЙ Станислав Антонович (30.6.1923, Украина ССР‑ы Горностайполь а. — 29.7.2002, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1980), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Киров а.х. ин‑тын тамамлаған (1944). 1948—95 йй. БДАУ-ҙа эшләй (1968—92 йй. йоғошһоҙ эске ауырыуҙар, клиник диагностика һәм фармакология каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре а.х. малдарында матдәләр алмашыныуы боҙолоуын өйрәнеүгә, БР шарттарында уларҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. И. һыйыр малының остеодистрофияһын фотометрик диагностикалау ысулын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 85 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Ранняя диагностика остеодистрофии. Уфа, 1974.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.