ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит (23.4.1857, Тубыл губ. Тара ҡ. — 31.8.1944, Токио), ижт.‑сәйәси һәм дини эшмәкәр. “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ҮК ағзаһы. 1867—78 йй. Тубыл, Ырымбур һәм Ҡазан губ. ауыл мәҙрәсәләрендә, 1879—85 йй. Мәҙинә, Мәккә (Сәғүд Ғәрәбстаны), Истамбул (Төркиә) ҡҡ. уҡый. 1878—79 йй. Аҡмулла өлк. уҡытыусы булып эшләй, 1885 й. алып Тарала йәмиғ мәсетенең имамхатибы, бер үк ваҡытта мәҙрәсә мөҙәрисе. 1892—94 йй. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡазыйы. “Сулпан йондоҙо” (Истамбул, 1895; татар телендә) китабында батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен тәнҡитләй. 1900 й. башлап С.‑Петербургта үҙ типографияһында төрки телендә “Миръат” (“Көҙгө”; 1900—03, 1907— 09) ж., “Өлфәт” (“Дуҫлыҡ”; 1905—07) гәз., “Нәжәт” (“Ҡотолоу”; 1907) ж., ғәрәп телендә “әт‑Тилмиз” (“Шәкерт”; 1906—07) гәз. нәшер итә, улар хөкүмәткә ҡаршы йөкмәткеле булған өсөн ябыла. 1894—1900 йй., 1907—1921 йй., 1922 й. алып сит илдәр һәм Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәт итә. 1919— 21 йй. төркимосолман кешеләре алдында халыҡ-ара хәл т‑дағы лекциялар, совет власы байрағы аҫтында империализмға ҡаршы көрәшкә саҡырыуҙар м‑н сығыш яһай. 1933 й. башлап Японияла йәшәй, унда миссионерлыҡ эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә; 1937 й. алып Токиола йәмиғ мәсете имамхатибы. Бөтә Рәсәй мосолман съездарында ҡатнаша. Рәсәй мосолмандарының милли һәм дини үҙаллылығын, мосолман мәғарифын реформалауҙы яҡлап сығыш яһай.

Хеҙм.: Автономия яки идараи мөхтәриәт. СПб., 1906; Тәржемәи хәлем: автобиография. СПб., 1907.

Ф.Т.‑Ә.Вәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.