АВТОМОБИЛЬ СӘНӘҒӘТЕ, машиналар эшләү тармағы, автомобилдәрҙең бөтә төрҙәрен, автомобиль тағылмалары һәм двигателдәре, троллейбустар, уларға узелдар һәм запас частар етештерә.

А.с. Башҡортостанда 20 б. 60—70‑се йй. комплектлау әйберҙәре, запас частар һәм беркетеү изделиелары етештереү заводтары төҙөгәс үҫешә башлай. Респ. А.с. 24 пр‑тие (“Автокомплект”, “Автонормаль”, Нефтекама автозаводы, Октябрьский махсус технология ҡорамалдары заводы һ.б.) инә. 2004 й. БР‑ҙа машиналар эшләү сәнәғәте күләменең 23%‑ы А.с. өлөшөнә тура килгән (ҡара: табл.). Автомобилдең запас частарын, деталдәрен һәм узелдарын төп ҡулланыусылар —РФ заводтары (ВАЗ, КамАЗ, УАЗ һ.б.); автомобилдәр, троллейбустар, автомобиль тағылмалары БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

И.В.Гурьянова
Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018