ЗОРОАСТРИЗМ, боронғо заманда һәм иртә Урта быуатта Урта Азияла, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың Иран, Афғанстан, Әзербайжан һ.б. илдәрендә таралған дин. Һиндостандағы парстарҙа һәм Ирандағы гебрҙарҙа һаҡланған. Дингә нигеҙ һалыусы — Зороастр (Заратуштра) пәйғәмбәр. Изге китабы — Авеста. З. тәғлимәте б‑са, донъяны асурҙар (яҡтылыҡ һәм изгелекте кәүҙәләндергән рухтар) башлығы Ахурамазда һәм дэвтарҙың (ҡараңғылыҡ һәм яуызлыҡ) башлығы Анхра‑Майнью яралтҡан. З. төп принциптары: изгелек м‑н яуызлыҡты ҡапма‑ҡаршы ҡуйыусы дуализм; изгелектең еңеп сығыуына ышаныс. З. динендәгеләр йәндең үлемһеҙлегенә, теге донъяға һәм донъя бөтөүенә ышана. З. өсөн утҡа, һыуға, ергә, һауаға табыныу хас. З. ерләү йолаһы үҙенсәлекле: ер м‑н утты бысратмаҫ өсөн, мәйетте ерләү һәм яндырыу тыйыла. Мәйетте йылына ике тапҡыр ерләгәндәр: иртә яҙҙа һәм ҡара көҙҙә, башҡа ваҡытта мәйетте “ҡоштар килгәнсе” һәм “йылғалар аға башлағансы” мәрхүмдәр йортонда (дахма) һаҡлағандар, һуңынан ҡояшҡа сығарып ҡуйғандар. Ғәҙәттә, мәйеттәрҙе “тынлыҡ манараһының” бер нисә ҡатына урынлаштырғандар, унда уларҙы ҡоштар һәм йәнлектәр ашап киткән (зороастрҙар, ҡоштар мәрхүмдең йәнен Ахурамазда батшалығына илтә, тип ышанған), “таҙарған” һөйәктәрҙе манара уртаһындағы ҡоҙоҡҡа ташлағандар. Авестаның иң боронғо өлөшөндә күсмә (донъя яуызлығы кәүҙәләнеше) һәм ултыраҡ (изгелек кәүҙәләнеше) тормошто ҡаршы ҡуйыу күренә. Фаразланыуынса, Ҡаҙағстан, Үҙәк Азия, Көньяҡ Себер, Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Волга буйы күсмә халыҡтары араһында, Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш дәүләттәрендәге ортодоксаль З. айырмалы, урындағы дини культ м‑н тығыҙ үрелгән З. идеялары тарала. Улар, В.В.Бартольд фекеренсә, “маздеизм” тип аталған яңы дингә башланғыс бирә. Зороастризм‑маздеизм идеялары Урал-Волга буйының боронғо ҡәбиләләренә таныш булған, быға шундай дәлилдәр бар: б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ башындағы — 1‑се мең йыллыҡтағы төп ерләү төрҙәренең береһе — мәйетте ҡалҡыу урында өҫтөнә таш өйөп йәки 20—40 см тәрәнлектәге ҡәбер соҡорҙарына ерләү (археолог А.Х.Халиҡов Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләренең ҡәберҙәрендә, ш. уҡ Бахмут мәҙәниәте ҡәберлектәрендә, 9—11 бб. башҡ. ҡәбиләләре ҡурғандарында билдәләй); башҡ. хикәйәттәре, мәҫ., “Ҡыу баш” (баш һөйәген ер өҫтөнә ҡуйыу), “Сәскә” (мәйет эргәһенә ҡоштарҙы йәлеп итеү өсөн тоҡ м‑н иген ҡуйыу) һ.б.; “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостарының Авеста м‑н идея-композиция оҡшашлығы, уларҙың герой исемдәрендәге һәм холоҡ-һыҙаттарындағы оҡшашлыҡ (Йима — Һомай, Ажи Дахака — Ҡәһҡәһә, Сенмурв ҡошо — Самрау һ.б.). Башҡорттарҙа мәйетте ҡәбергә төшөрөүселәрҙе “һөйәккә килеүселәр” тип атау ғәҙәте һаҡланған; ҡоҙғон килеүе тиҙҙән мәйет булырын хәбәр итә, тип инанғандар (“ҡоҙғон килһә — үлек сыға”). Башҡорт халҡындағы ҡош культы, Башҡортостан мариҙарына хас булған, мәйеттең баш осона ҡош һындары ултыртылған оҙон ҡолға ҡуйыу йолаһы зороастризмдағы кеше йәнен ҡоштар күсереүенә ышаныуға бәйле. Шулай уҡ ҡара: Башҡорттарҙың килеп сығышының иран теорияһы.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика