ЗООНОЗДАР (зоо... һәм гр. nosos — ауырыу), хайуандарҙың инфекцион һәм паразитар ауырыуҙары. Кешегә хайуандарҙан йоғоуы мөмкин булған ауырыуҙар ҙа З. тип атала. Башҡортостанда З. араһында ҡотороу ауырыуы, описторхоз, токсоплазмоз, трихинеллёз, түләмә һ.б. кеше өсөн иң хәүефлеһе һанала. З. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Аграр университетта (Р.Ф.Ғәлиев, У.Ғ.Ҡадиров, Ф.Ғ.Мөфтиев, Х.Ғ.Нурхәмитов, Р.Ғ.Фазлыев, Ғ.З.Хәзиев, И.Ф.Әбсәләмов, Х.В.Әйүпов һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (З.Ә.Янғуразова), Ветеринария лабораторияһында (А.М.Буканов, В.С.Буранбаев, Ғ.Х.Ишуков, И.И.Насирова, Р.Н.Сәмиғуллин, С.Ә.Әминева һ.б.), Медицина университетында (З.М.Ғафурова, С.Ә.Мусина, Г.А.Пандиков һ.б.) үткәрелә.

Р.Ғ.Фазлыев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика