ДУБОВИЦКАЯ Татьяна Дмитриевна (31.5.1959, Губкин ҡ.), психолог. Психология ф. д‑ры (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Ростов ун‑тын тамамлаған (1982). 1983 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта: 2005—08 йй. — идара итеү психологияһы һәм маркетинг, 2011 й. башлап персонал м‑н идара итеү каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре белем биреү процесында һәм һөнәри эшмәкәрлектә кешенең үҙен танытыу проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Самоактуализация личности в контекстном обучении. М., 2004; Психологическая диагностика в образовательном процессе. Б.м., 2011.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018