ДОЛМАТОВА Ирина Юрьевна (21.9.1955, Магадан өлк. Гижига ҡсб), популяция генетигы. Биол. ф. д‑ры (2008), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1990 й. алып ғилми секретарь, 1996 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. 2000 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып молекуляр генетика лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ДНК полиморфизмын һәм уны маркерлы селекцияла ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнеүгә, а.х. малдары һәм ҡоштары популяцияһының генетик төрлөлөгөн баһалауға арналған. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.